Дмитрий Медведев хәрбиҙәр менән осрашты

"Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесе Дмитрий Медведев Башҡортостандан махсус  хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашты. Павел Ярмоленко, Илдар Ғафаров һәм тағы 378 хәрби быйыл сентябрҙә үтәсәк төрлө кимәлдәге һайлауҙға партиянан кандидат итеп күрһәтелде. - Һеҙ фронтта һәм  тылдағы хәлдәр тураһында, үтәлгән бурыстар хаҡында һөйләргә тейешһегеҙ. Мин мәктәптә уҡығанда беҙгә  ветерандар килә ине. Бөгөн һеҙ - илдең яңы тарих китабы геройҙары, - тине Дмитрий Медведев. Быйыл сентябрҙә Башҡортостанда Республика Башлығы һайлана, шулай уҡ парламентта бер мандат хужаһы асыҡлана, мунициаль советтарҙа өҫтәмә һайлау була.

Фото №1 - Дмитрий  Медведев хәрбиҙәр  менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ