Хәҙер бындай прибор авариялар йыш булған, йәйәүлеләр үткән, төҙөкләндереү эштәре барған, машина менән туҡтау тыйылған урындарҙа ғына була. Ауыл-ҡаланан ситтә камераға тиклем 300 метр алдан иҫкәртеүсе билдә урынлаштырылырға тейеш. Ауыл эсендә ул 100 метр алдан ҡуйыла. Шулай уҡ юл камераларын бер-береһенә 1 километрҙан да яҡыныраҡ урынлаштырыу тыйыла. Юлдарҙа йәшерен фото теркәү приборҙарын да ҡулланырға ярамай. Республика трассаларында әле 2 меңгә яҡын камера бар. Уҙған йылда улар ярҙамында 2 миллиард 400 миллион һумлыҡ штраф һалынған.







