Был турала социаль селтәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев хәбәр итә. “Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙға рәхмәт хаты тапшырҙым. Вәсилә хәрби хеҙмәтен быйыл февралдә шәфҡәт туташы вазифаһында башлай. Ул үҙенең бурыстарын яҡшы башҡара һәм шуның менән бик ғорурлана. Вәсилә — ике бала әсәһе. Ҡыйыу йөрәкле ҡатын-ҡыҙ үҙенең эше һөнәр генә түгел, кешеләргә хеҙмәт итеү һәм бурыс икәнен аңлап башҡара, тип яҙған Азамат Юлдашбаев.







