Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала проект әҙерләнгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бөгөн махсус режим талаптарын боҙған өсөн ябай кешеләргә 15 мең һумдан 30 мең һумғаса штраф ҡаралған. Минималь сумманы 5 мең һумға тиклем еткереү мөмкинлеге өйрәнелә. Республикала быйыл янғынға ҡаршы махсус режим 19 авгусҡа тиклем ғәмәлдә булды.







