Белем көнө йәкшәмбегә тура килеүгә ҡарамаҫтан, юғары уҡыу йорттарында традициялар һаҡланып тантаналы линейкалар ойошторолдо. Өфө дәүләт нефть техник университетында мәҫәлән беренсе курстар өсөн нефтестарт фестивале уҙғарылды. Аграр университет иһә уҡыу йылын ҙур концерт менән башланы. Медицина колледжы студенттары төҙөкләндерелгәндән һум яңыртылған бинаға күскән.
Студенттар менән бергә юғары уҡыу йорто ла камиллаша, мөмкинлектәре арта. Нефтселәр әҙерләүгә махсуслашҡан мәғариф учреждениеһы булыуға ҡарамаҫтан, бында башҡа һөнәрҙәр ҙә уҡытыла. Быйылдан мәҫәлән Өфө дәүләт нефть техник университеты тотош илдә суд приставтары әҙерләүсе берҙән- бер вуз буласаҡ. Шулай уҡ химия буйынса ла уҡытыу мөмкинлектәре киңәйә. Халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе Вадим Харисов та юҡҡа ғына тап ошо уҡыу йортон һайламаған.
Башҡорт дәүләт аграр университеты ла яңы уҡыу йылында яңы йүнәлештәр тәҡдим итә. Белем усағында ғәҙәти һөнәрҙәр ҙә технологиялар менән байытылып заманса төҫ ала. Мәҫәлән, ер эшкәртеү һөнәре хәҙер һанлы форматҡа күсә. Һөҙөмтәлә бында уҡырға теләүселәр ҙә арта. Быйыл әйтәйек, беренсе курсҡа килеүсе студенттар һаны мең ярымдан ашҡан.
Башҡорт дәүләт медицина университеты иһә студенттарҙы яңы корпуста ҡаршы алды. Юғары уҡыу йорто ҡарамағындағы медицина колледжы капиталь ремонттан һуң беренсе курсҡа килеүселәрҙе ҡабул итте. Бында дауаханалар өсөн йыл һайын 500 белгес әҙерләнәсәк. Хәҙер уҡыу шарттары ғына түгел, белем биреү сифаты ла яҡшырасаҡ. Сөнки белем усағы заман технологияһы өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштар менән йыһазландырылған
Бында шулай уҡ яу яланында медицина ярҙамы күрһәтеүгә лә өйрәтәләр. Хәрби шәфҡәт туташына уҡытыу барышын ғәмәлдәге яугирҙар күҙәтә һәм хәҙерге һуғыш шарттарына яраҡлаштырып төҙәтмәләр индерә. Тәүге ике йөҙ буласаҡ фельдшерҙар уҡыу процессын башланы ла инде.



