Башҡортостан яугирҙары өсөн 133-сө гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте

22 автомобиль, дрондар, мобиль мунсалар, эсәр һыу, запас частар һәм дарыуҙар. Башҡортостан яугирҙары өсөн 133-сө гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Был ылау 16 хәрби подразделение өсөн тәғәйенләнгән. Ул дәүләт органдары, муниципаль берәмектәр, йәмәғәт берекмәләре һәм ирекмәндәр ярҙамында тупланған. Алыҫ юлға сығыр алдынан водителдәрҙең рухын күтәреү өсөн республика артистары сығыш яһаны, ә адреслы ярҙамды формалаштырыуға индергән өлөшө өсөн Малаяҙ ауылының Артур Әхмәтханов исемендәге зональ эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ