Хеҙмәт йәшендәгеләргә сифатлы медицина ярҙамы һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыу. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярты йылға эш йомғаҡтарын барланы. Ведомствоның Ҡариҙел районында уҙғарылған күсмә коллегияһы хаҡында хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин дистанцион форматта сәләмләне. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең йылдам яңырыу юлдарын барланы. Ярты йыл эсендә яңы тыуған сабыйҙарҙың үлем осрағы кәмегән. Һаулыҡ һағында тороусы аҡ халатлылар алдында мөһим бурыс - халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырыу мәсьәләһе тора .Бының өсөн хеҙмәт йәшендәгеләр сифатлы медицина ярҙамы алырға тейеш, тип билдәләне республика Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да.
Башҡортостанда медицина кадрҙарын йәлеп итеүгә «Ауыл фельдшеры», «Ауыл табибы», «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программалары эшләй. Беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәренә 2023 йылдан Рәсәй социаль фонды буйынса махсус социаль түләүҙәр ҡаралған. 2024 йылда уның дөйөм суммаһы - 211 миллион һум тәшкил итә. Коллегияла республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыларының хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының хирургия, неврология, балалар бүлектәре эшмәкәрлеге менән дә танышты, пациенттар менән аралашты, коллегаларының эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды Район үҙәк дауаханаһына яңы ҡорамалдар: флюорограф, колоноскоп, УЗИ аппараттары ҡайтарылған. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ике йыл эсендә 7 автомобиль бүленгән. Һуңғы йылда районда 18 фап төҙөлгән. Магинск ауылында модулле табип амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылған.
Табип амбулаторияһы «Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән. Медицина учреждениеһы ауыл халҡына йәшәгән урынында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Быйыл республикала 107 модулле фельдшер-акушкерлыҡ пункты, 19 табип амбулаторияһы 4 дөйөм практика участка табибы офисы асыласаҡ, 9 обьектта капиталь ремонт уҙғарыласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге был эштәр дәүләт тарафынан сәләмәт быуын үҫтереү, граждандарҙың ғүмерен оҙайтыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Гүзәл Борханова



