Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, концерт программалары баш ҡаланың бер юлы ике майҙанында үтте. Рус академия драма театры алдында ҡоролған сәхнә бер генә минутҡа ла бушаманы. Киске сәғәттәрҙә унда Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә оркестры оҙатыуында илдең билдәле йырсылары сығыш яһаны. Улар араһында тәүге аҙымдарын Өфөлә башлаған билдәле сәхнә йондоҙо Мәликә Разакова ла бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы тамашасыларға билдәле ретро башҡорт йырҙарын да башҡарҙы. Әйткәндәй, оркестрҙы яҡташыбыҙ, подполковник Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Шаһмөхәмәтов етәкләне.
Өфөнөң «Мотор эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдында Башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсылары менән бергә, донъяның билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Шул иҫәптән юбилей көнөндә «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булған Полина Гагарина. Меңдәрсә тамашасыны бергә йыйған байрам сараларынан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.



