Октябрьский музыка колледжы яңы уҡыу йылын яңыртылған бинала ҡаршы алды

Октябрьский музыка колледжы яңы уҡыу йылын яңыртылған бинала ҡаршы алды

Белем биреү учреждениеһына «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса капиталь ремонт үткәрелгән. Иҫтәлекле ваҡиға һәм Белем көнө менән колледж коллективын бөгөн Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров педагогтар, студенттар менән аралашты, кабинеттарҙы ҡараны. Республика етәксеһе эш сәфәре барышында Октябрьскийҙың башҡа объекттарында ла булды. Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһындағы үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Октябрьский музыка колледжын танырлыҡ та түгел. Үткән быуат уртаһында төҙөлгән тарихи бинаға тулыһынса яңы һулыш өрөлгән. Яҙлы-көҙлө һыу төүткән түшәмдәр яңыртылған, инженер селтәрҙәре алмаштырылған, яңы музыка ҡорамалдары алынған. Капиталь ремонт «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса башҡарылған, бөтәһе 275 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Хужалар әйтеүенсә, капиталь төҙөкләндереү оло юбилейға иҫтәлекле бүләк. Уҡыу йорто быйыл 55 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар эсендә бында 2 меңдән ашыу йәш белгес әҙерләнгән. Колледж эргә-тирәләге 10 район өсөн методик үҙәк булып тора.

46 квадрат метр майҙанды биләгән көмбәҙҙе биҙәү ике аҙнаға яҡын барған. Әйткәндәй, көмбәҙ генә түгел уға эленгән люстра ла уникаль. Яҡтыртыу ҡоролмаһы 800 килограмм тарта, уны заманында Строганов исемендәге университет студенттары эшләгән. Радий Хәбиров төҙөкләндереү эштәрен юғары баһаланы.

Һигеҙ ай элек асылған Боҙ һарайы хәҙер Октябрьскийҙың ғорурлығы. 6 мең ярым квадрат метрлыҡ спорт комплексында заманса уңайлыҡтар тыуҙырылған. Әле бында хоккей һәм фигуралы шыуыу менән 220 бала шөғөлләнә башлаған, боҙ һарайы күләмле ярыштарҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Ошонда уҡ бейеү түңәрәге лә, тренажер залы ла эшләй. Гөлсинә Хөснөтдинова көмөш ирекмән, хаҡлы ялдағылар хәҙер дүрт стена эсендә бикләнеп ултырмай, тулы тормош алып бара, ти ул.

Боҙ һарай эргәһендә « Бизнес спринт» федераль проекты буйынса байссен төҙөлә. Объекттың дөйөм хаҡы 1 миллиард һумдан ашыу, сумманың төп өлөшөн инвесторҙар ҡаплай, ҡалғаны Рәсәй һәм республика бюджетынан йүнәлтелә. Эшҡыуарҙар үҙ иҫәбенә 25 метрлыҡ бассейн урынына 50 метрлыҡты төҙөргә һәм инфраструктураны яҡшыртырға хәл иткән.

Эш сәфәрендәге тағы ла бер нөктә «Технотекс» компанияһы. 25 йыл элек асылған предприятие нефть һәм газ табыу, эшкәртеү ҡоролмалары йыйыу менән шөғөлләнә. Өфөлә һәм Октябрьскийҙа урынлашҡан ике заводта 200-гә яҡын кеше эшләй. Предприятие етештергән продукцияға ихтыяж ҙур.

Радий Хәбиров предприятиела металл конструкциялары, технология торба үткәргестәре цехтарын, әҙер продукция келәттәрен ҡараны. Республика башлығы эш сифатын юғары баһаланы һәм йүнселдәргә дәүләт яғынан тейешле ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.

Радий Хәбиров предприятиела йәш белгес Карина Ҡадирова менән дә аралашты. Тап ул авгус аҙағында уҙған Эшсе йәштәр слеты барышында Республика башлығын үҙҙәренең заводы менән танышырға саҡыра. Карина бөгөн Радий Фәрит улына үҙенең хәйриә проекттары тураһында ла һөйләне. Башҡортостан башлығы йәш белгескә был йәһәттән дә ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ