Бөгөн 1500 уҡыусыны ҡабул итте. Степан Кувыкин урамындағы белем усағында күләмле төҙөкләндереү «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль проекты буйынса алып барылған. Тулыһынса яңыртылған мәктәптә уҡыу йылы байрамса кәйефтә башланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Яңы уҡыу йылын 119-сы мәктәп уҡыусылары көтөп алды. Каникул һәм йәй менән хушлашыуы бер аҙ моңһоу булһа ла, яңыртылған мәктәптә дуҫтар, уҡытыусылар менән осрашыу күңелле. 1500 балаға белем биреү өсөн иҫәпләнгән объект рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөкләндерелгән. Биш ай эсендә тулыһынса яңыртылған.
1990 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Быйыл уҡыу йортон төҙөкләндереү «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль проекты буйынса алып барылған. Программа буйынса эшселәр түбәләрҙе алыштырған, яңы инженер селтәрҙәре үткәргән.
Мәктәптең ҡыйығы ла яңыртылған, бина фасады гранит таш менән көпләнгән. Ремонт эштәре өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
Республикала уҡыу йорттарын яңыртыу, белем системаһын камиллаштырыу буйынса күп яҡлы эш алып барыла. Быйыл ошо маҡсатта федераль проект буйынса бер миллиард биш йөҙ миллион һум аҡса бүленгән. Киләһе йылына ла төбәк мәктәптәренә ҙур ғына сумма бүленгән. Тимәк, тағы ла тиҫтәләгән белем усағы тәртипкә килтереләсәк.
Флорида Ким




