Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбе 160 уҡыусы беренсе класҡа ҡабул итте

Бөгөн беренсе класҡа барыусыларҙың 160-ын Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбе ҡабул итте. Яңы уҡыу йылына тиклем балалар тәүге уҡытыусыһы менән танышып та өлгөргән. Улар йыл дауамында әҙерлек мәктәбен үтеп, сентябргә тиклем хәреф танырға, һандарҙы ҡушып-алырға өйрәнгән. Әйткәндәй, Шамонин ауылы мәктәбендә йыл һайын уҡыу йылы башланған көндә башҡарылған йола быйыл да үтәлде. Беренселәрҙе тәжрибәле, мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусылар ҡабул итте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ