Күҙгә-күҙ ҡарашып. Хәйбулла районының Аҡъяр, Бәләкәй Арыҫланғол, Оло Әбеш ауылдарында Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге рәсми делегация халыҡ менән аралашты. Социаль мәсьәләләргә ҡағылған осрашыуҙар хаҡында киләһе яҙмала.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп маҡсаттарының береһе - туған телде һаҡлау, милли тамырҙарҙы һәм үҙаңды юғалтмау. Тәүге осрашыу Аҡъярҙың 3-сө полилингваль мәктәбендә уҙҙы. Осрашыуҙа һүҙ ойошманың ошо йүнәлештә алып барған эшмәкәрлеге, эшлекле тәҡдимдәре, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында барҙы.
Хәйбуллалар остазлыҡ эшен уңышлы алып бара. Тәжрибәле остаздар үҫеп килеүсе йәш быуынды ата-бабалары рухында илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә хәл иткес роль уйнай.
Бәләкәй Арыҫланғол ауылында уңған халыҡ йәшәй. Улар боронғо кәсептәрҙе, ҡул эштәрен тергеҙәеүселәр, 2022 йылдың «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре лә. Ҡунаҡтар ауыл халҡының йәшәйеше, конкурс аҡсаһына төҙөлгән объекттар менән танышты.
Оло Әбештәр «Айыҡ ауыл- 2023» республика конкурсы еңеүселәре. Конкурста еңеү ауыл халҡы тормон яҡшы яҡҡа үҙгәрткән. Ауыл үҙәгендә балалар майҙансығы төҙөлгән. Ауыл мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге, «Айыҡ ауыл» проектының мөһимлеге, юлдар төҙөкләндереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөйләшеү уҙҙы. Ауыл йәшәйеше өсөн йән атып тороусы әүҙем кешеләр тырышлығына айырым иғтибар бүленде.
Күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыу, аралашыу барышында депутаттарға ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Осрашыуҙар барышында ауылдарҙың йәшәйеше, проблемалары тураһында мәғлүмәт эшкә алынды һәм ул тиҙ арала власть ярҙамы менән хәл ителер тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова






