Был юлдар 1943 йылдың 18 феврале тураһында. Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булыуына 5 көн ҡалғас. Ул саҡта 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы ингән 8-се корпус алдында Дебальцево тимер юлы станцияһын алыу бурысы ҡуйыла. Хәрбиҙәр дошман коммуникацияларын тар-мар итергә тейеш. Тик 3-5 көнгә иҫәпләнгән рейд ике аҙнаға тиклем һуҙыла.
Атлыларҙың көтөлмәгән һөжүме фашистарҙа паника тыуҙыра. Иҫән ҡалған тыл подразделениелары ҡасып ҡотола. Дошман ашығыс рәүештә Ворошиловградтан ғәскәр сығарырға, танк һәм авиация ебәрергә мәжбүр була. Гитлерсылар кавалеристарға психологик яҡтан да йоғонто яһап, рухын һындырырға маташа.
Миңлеғәле Шайморатов орденының беренсе кавалеры Мөғин Нагаев хәтирәләренән: «Беҙгә «Һеҙ Салауат Юлаевҡа ҡаршы бараһығыҙ. Ул рустарға ҡаршы көрәшкән. Рустарҙы туҡмағыҙ! Бирелегеҙ!» тип яҙылған листовкалар ырғыта башланылар. Тик беҙҙең халыҡ тоғро. Башҡорттар бирешмәй. Бындай листовкалар беҙҙе сәмләндерҙе генә.»
Һуңғы Дебальцево рейдында Шайморатов командованиенан бер тәүлеккә өҫтәмә разведка үткәрергә һорай, тик корпус етәкселеге рөхсәт бирмәй. Командирға ҡаршы барып булмай. Атына менеп, Шайморатов һуңғы бойороғон бирә: «Алға! Ватан өсөн!» Шайморатов дивизияһы менән ҡараңғы бүлмәгә ингән кеүек, яуға ташлана. Фронт линияһының ҡаршы яғына сығыу менән, атлылар дошмандың көслө уты аҫтына эләгә. Күп яугирҙар һәм командованиеның байтаҡ өлөшө, шул иҫәптән Генерал Шайморатов һәләк була. Корпус командиры Михаил Борисов әсирлеккә эләгә.
Рейд ваҡиғалары, һалдаттар һәм яуҙарҙың шаһиты булған урындағы халыҡ хәтирәләре «Донбасс ҡулъяҙмалары»нда тупланған. Тарихи документ Башҡортостанға 2020 йылда ҡайтарыла. Бөгөн ул Башҡортостан Милли архивында һаҡлана. Генерал Шайморатов һәләк булыуы, Борисовтың әсирлеккә алыныуы тураһында корпусҡа Нурғәле Әлибаев хәбәр итә. Был турала «Донбасс ҡулъяҙмалары»на ингән Алексей Шавруков хәтирәләрендә яҙылған.Ҡулъяҙмаларҙа белдереүенсә, ике һалдат яралы Нурғәле Әлибаевты күтәреп тигәндәй индерә. Фажиғә тураһында хәбәр итеүе була, һалдат шундуҡ йән бирә. Уның рапортын ике һалдат тамамлап ҡуя.
«Донбасс ҡулъяҙмалары»нда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында Донбасс халҡының хәтирәләре лә тупланған. Фашист иҙеүенән ҡотҡарған башҡорттарға улар рәхмәтле була. Яу тамамланып, фашистар киткәс, ошо тирәлә йәшәүселәр яралыларҙы табып алып ҡайта. Үҙ йорттарында дауалап, аяҡҡа баҫтырырға тырышалар. Ҡаты яралаларҙан һәләк тә булалар.
Башҡорт дивизияһы һалдаттары ошондағы халыҡ менән, ғөмүмән, яҡшы мөнәсәбәттә була. Ҡамау ваҡытында урындағылар һалдаттарҙы өйҙәренә ҡунырға индерә. Был турала ла хәтирәләр бар.
Бөйөк Ватан һуғышы бронемашиналар һәм моторҙар һуғышы була. Тик башҡорт кавалеристары танктарға ҡаршы шашкалар менән һөжүм иткән, тип күҙ алдына килтерергә ярамай. Беренсенән, был иҫәрлек, икенсенән, хәрби тәртипте боҙоу. Еңелерен белеп, ҡаса башлаған дошман ғәскәрҙәренең юлын ҡыйыу, ҡамауға алыу кеүек операциялдарҙа һыбайлыларҙың роле баһалап бөткөһөҙ була. Немец ғәскәрҙәре батып ултырған көрттән атлы хәрбиҙәр бик тиҙ үтә.
Башҡорт атлыларың һөжүмгә ярһып-ажарланып ташланыуы тураһында хәбәр немец ғәскәрҙәре араһына тарала. Имеш, кавалерия дивизияһы ҡырағай ҡәбиләләрҙән тупланған. 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһына махсус һайлап алынған яугирҙар - колхоз, ауыл советы рәйестәре, прокураторура хеҙмәткәрҙәренән тупланыуы мәғлүм булғанмы икән. Немец ефрейторы Рудольф Вольфганг ағаһына хатта: «Беҙгә ҡаршы бик күп башҡорттар көрәшә. Һис ҡурҡыу белмәҫтәр, мин улар менән хатта төшөмдә лә күрешергә теләмәҫ инем», ти яҙа.
Бөтә ҡаты һуғыштар башында ла кавалерия дивизияһының алыштырғыһыҙ командиры - Миңлеғәле Шайморатов була. Ул алғы һыҙыҡта булып ҡына ҡалмай, бәрелештәрҙә шәхсән ҡатнашҡан бик аҙ генералдарҙың береһе. Хәрби булырға ул бәләкәй саҡтан хыяллана. Тик уның шәхесе легендаға әйләнер, исеме ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылыр, тип ул саҡтағы крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан малай күҙ алдына ла килтерә алмағандыр. Бөгөн ул тыуған ауыл да генерал-майор исемен йөрөтә. Хәрби хеҙмәтен ул 1918 йылда, Ҡыҙыл Әрме сафына ҡушылғас башлай.
Буденный ихтирам символы булараҡ Миңлеғәле Шайморатовҡа исемле көмөш ҡылыс бүләк итә. Ҡорал һуңғы яуына тиклем генерал янында була, тик Дебальцево рейдынан һуң, ул табылмай. Шайморатов оҫта разведчик, хәрби етәксе генә түгел, яҡшы сәйәсмән дә. 30-сы йылдарҙа ул Төркиәлә хәрби атташе, Ҡытайҙа кәңәшсе булып хеҙмәт итә. Константин Симонов белдереүенсә, ул «Хөкүмәттең махсус бурыстары буйынса ярты донъяны тиерлек урап сыҡа». Бөйөк Ватан һуғышын ул Кремлде һаҡлаған полк командиры вазифаһында ҡаршы ала.
Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыу тураһында билдәле булғас, уның менән кем етәкселек итеүе бәхәс тыуҙырмай. Бөтә республиканан 3500 тирәһе яугир туплана. 13 меңдән ашыу ат килтерелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Шайморатов ауыл егеттәренән ысын кавалеристар яһай.
Һалдаттар иһә үҙ командирын хөрмәт итә һәм ярата. Бигерәк тә уға туған телдә мөрәжәғәт итә алыуы улар өсөн мөһим була. Бынан тыщ, уның тәбиғи аҡылы, батырлығы, рухлы булыуы йәлеп итә.
Тиҫтә йылдар дауамында, Шайморатовтың полкташтары һәм республика халҡының тырышлығына ҡарамаҫтан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының батырлығы рәсми рәүештә танылмай ҡала. 75 йылдан һуң ғына комдивтың лайыҡлы алтын йондоҙо Башҡортостанға ҡайтарыла.
Тарихи хәҡиҡәтте тергеҙеүгә Башҡортостан һәм Донбасс ерлеге халҡы, республика етәкселеге булышлыҡ итә. Дөйөм тырышлыҡ менән милли геройыбыҙға әүерелгән Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфө үҙәгендә мемориал да булдырыла. Мөһабәт скульптура илдең баш ҡалаһында ҡойолған, ә һәйкәл тирәләй колонналар Башҡортостанда етештерелгән. Архитектур ансаблдең һәр детале үҙе бер тарих һөйләй. Ә кавалерия командиры һөжүм ваҡытында ҡатып ҡалғандай.
Яҡынса 80 йыл элек яугирҙарға Совет майҙанында Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы тапшырыла. Заман үҙгәрә, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны егеттәре йәнә фашизмға ҡаршы көрәшә башлай. Ошо уҡ майҙандан бөгөн легендар комдив вариҫтары ил именлеге өсөн көрәшкә оҙатыла. Сөнки Шайморатов рухы беҙгә көс өҫтәй һәм батырлыҡтарға әйҙәй.
Рәзилә Ғилметдинова



