Ошо уңайҙан биләмәлә төрлө мәҙәни саралар, тематик осрашыуҙар ойошторола, тарих барлана. Түбә теген фабрикаһы эшселәренә арналған кисәлә БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Ҡасандыр Түбәлә йоҙаҡ, тимер беркеткестәр эшләү заводы, тау‐байыҡтырыу руднигы гөрләп эшләй. Ул мәлдә ауыл ҡасаба статусына эйә була. Урында 1968 йылда теген фабрикаһыла үҙ ишектәрен аса. Унда һөнәрсек училищеһын тамамлаған йәш ҡыҙҙар эшкә килә.19 йәшлек Таңһылыу Ҡотоева‐Сөнәғәтова ла хеҙмәт юлын тап ошо фабрикала башлай,ғаилә ҡора, ә бөгөн ул ауылдың әүҙем ағинәйе.
Ваҡытында фабрика 350 кешене эш урыны менән тәьмин итә. Унда халат, эш кейемдәре, бейәләйҙәр, түшәк кәрәк‐яраҡтары ике сменала тегелә. Етештерелгән тауар СССР‐ҙың төрлө төбәктәренә оҙатыла. Әммә 90‐сы йылдарҙың үҙгәртеп‐ҡороу елдәре фабриканы ла урап үтмәй. Ул ябыла.
Түбә ауылында үткән осрашыуға фабрикала төрлө йылдарҙа эшләгән тегенселәр, мастерҙар, механиктар, хисапсылар, етәкселәр йыйылды. Улар яҡты хәтирәләре, иҫтәлектәре мәлдәре менән бүлешеп, аралашып, үткәндәргә йәнә бер әйләнеп ҡайтты.






