Быйыл «Башҡорт ихатаһы» республикаһы программаһы сиктәрендә утыҙҙан ашыу муниципалитетта 143 ихата төҙөкләндерелә. Барлыҡ эштәрҙе ай аҙағына тамамлау ҡаралған. Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында бер юлы дүрт биләмә үҙгәртеп ҡорола, урындағы халыҡтың тәьҫораттары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина уртаҡлашты.
Ҡара ерҙе таратып бөткәндән һуң, газон ултыртырға ғына ҡала. Йәшелләндереү эштәре бының менән генә сикләнмәй, урындағы халыҡ үҙ көсө менән дә йорт алдарын гөл-сәскәгә күмә. Өфөнөң Ҡулса урамында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында. Юл киңәйтелеп, парковка урындары дүрт тапҡырға арттырылған, балалар уйын майҙансығы ҡуйылған. Әле биләмәлә «өмә» бара.
Юлдарҙы төҙөкләндереү күрше ихатала ла ойошторолған. Черниковскяа урамындағы йорттар алдында асфальттың һуңғы ҡатламы һалына. Уйын һәм спорт майҙансыҡтары ла яңыртылып, балаларҙың яратҡан ял урынына әйләнгән. Төҙөкләндереү эштәре комплекслы алып барыла. Эргәләге 75/2 һанлы йортто ғына алайыҡ, уҙған ике йыл эсендә ҡыйығы яңыртылып, подъезы ремонтланһа, быйыл лифттары алмаштырылған.
Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында республика программаһы буйынса икешәр ихата төҙөкләндерелә. Шота Руставелли урамындағы 37-се йорт эргәһендә лә яңы асфальт һалынған, бюрдюр таштар яңыртылған, йәшелләндереү эштәре башҡарылған. Периметр буйынса видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған.
«Башҡорт ихатаһы» программаһы төбәк башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Финанстарҙың күп өлөшө республика ҡаҙнаһынан бүленә. Төҙөкләндереү тураһында ҡарар торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышында ҡабул ителә. Эш сифаты белгестәр һәм урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып контролдә тотола. Программа киләһе йыл да дауам итә, маҡсат ауылдарға иғтибарҙы арттырыу.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Башҡорт ихатаһы» - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң уңышлы проект. Ихатаға ингәндә, күп фатирлы йорт подъездары, ҡыйыҡ, фасадтарҙы ла тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылған. Халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыла.
Гөлназ Хәйбуллина



