Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә төп йылытыу трассаһының Юрий Гагарин урамындағы участкаһы ремонтлана. Бөгөн коммуналь хеҙмәттәр иҫке торбаларҙы һүтә башлаған. Улар һалынғандан бирле, йәғни 30 йыл ремонтланмаған булған. Яңы торбалар заманса технология буйынса үткәрелә, иҫкеләре менән сағыштырғанда, улар йылыны юғалтмай, файҙаланыу ваҡыты ла оҙағыраҡ. Яңы теплотрасса яҡындағы күп ҡатлы йорттарҙы, социаль һәм медицина учреждениеларын - йәмғеһе 30 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерер, тип көтөлә. Ремонт ваҡытына биҫтәлә йылы һыу ябылған, план буйынса, ул иртәгә кис ебәрелергә тейеш.



