Өфөнөң генерал Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендәге юл үткәргестәге эш тамамланыу алдында

Өфөнөң генерал Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендәге юл үткәргес яҡын арала файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Ул 80 процентҡа әҙер, тип баһалана. Ике кимәлле алты һыҙатлы юл үткәргес «клевер япрағы» тибы буйынса проектланған. Ул төҙөлөп ятҡан Генерал Рыленко һәм реконструкцияланған Пугачев һәм Бородинская урамдарын тоташтырасаҡ. Объект «Көньяҡ ҡапҡа» территорияһын комплекслы үҫтереү проекты буйынса төҙөлә. Юл үткәргестән тыш, ҡоролма үҙ эсенә 2 километрҙан ашыу автомобиль юл участкаһын ала. Шулай уҡ унда йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һәм ике йәмәғәт транспорты туҡталышы буласаҡ. Әлеге мәлдә объектта канализация селтәрҙәре үҙгәртеп ҡорола, Бородинская урамы буйлап инженер коммуникациялары һәм Пугачев урамында яҡтыртыу ҡоролмалары монтажлана, асфальт түшәлә. Юл үткәргес тәүлегенә 48-50 мең автомобилде үткәрә аласаҡ.

Нуғай ауылы яғынан тура юл үткәргескә килеп эләгәбеҙ. Светофорҙар булмағанлыҡтан бер ҡаршылыҡһыҙ генерал Рыленко урамына күтәрелеп Софья Перовская урамына сығырға мөмкин буласаҡ. Кузнецов затоны яғына ла йыл аҙағына тиклем юлды асыу күҙаллана. Контракт декаргә тиклем төҙөлгән. Эшселәр объектты ваҡытынан алда - сентябрь-октябрҙә файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тота.

Андрей Исаев, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең бүлек етәксеһе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ