Өфөлә татар йәштәренең «Белем мөғжизәләре» форумы үтте

Бөгөн «Торатау» конгресс- холында республикала йәшәүсе татар йәштәренең «Белем мөғжизәләре» форумы үтте.

Сарала Башҡортостан төбәктәренән килгән йөҙҙән ашыу татар йәштәре ҡатнашты. «Белем мөғжизәләре» форумының маҡсаты-милли йәштәр ойошмалары вәкилдәре араһынан йәштәрҙе таныштырыу, аралаштырыу. Шулай уҡ рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү өсөн шарттар булдырыу. Уҡыусыларға тормошта дөрөҫ йүнәлеш табырға, һөнәр һайларға ярҙам итеүгә ҡоролған һөйләшеүҙәр уҙҙы. Телде һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде.

Сараны ойоштороу буйынса һүҙ Радий Хәбировтың татар ижтимағи ойошмалары менән осрашыуында күтәрелгәйне. Февралдә үткән йыйылышта Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Айгөл Рамаҙанова республика башлығына «Татар йәштәре форумы»н үткәреүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Радий Фәрит улы был үтенесте хуплауын белдерҙе. Башкортстан йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сараны үткәреү планын төҙөнө һәм ул яңы уҡыу йылы башланыу менән студенттарҙы, эшләп йөрөгән йәш белгестәрҙе бергә тупланы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ