Төбәктең бер нисә белем усағы «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» программаһы буйынса яңырыу кисергән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡаланың 4-се лицейында 881 уҡыусы булһа, шуларҙың 76-һы парта артына тәүгә ултырҙы. Уҙған йыл белем усағында «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» федераль программаһы буйынса капиталь ремонт үтһә, яңы уҡыу йылын улар пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләргә өйрәтеү өсөн махсус класс асып ҡаршы алды. Үҙәкте кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыу өсөн дәүләттән 16 миллион һум аҡса бүленгән. Был үҙ сиратында мәктәптең 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур бүләк.
Ҡаланың 3-сө мәктәбенә килгән беренсе класс уҡыусылары хәтерҙәрендә ,,Белем көнө,, оҙаҡ һаҡланасаҡ. 50 йыллыҡ тарихы булған белем усағы байрамды тантаналы шарттарҙа ҡаршы алды. 11 класс уҡыусылары кескәйҙәрҙе тәбрикләп, уларға изге теләктәрен еткерҙе. Саранан йылдағыса ғүмерен ошо мәктәпкә арнаған мәғариф ветерандары ла ситтә ҡалманы.
Ҡалалала ике урта һөнәри белем биреү буйынса уҡыу йорттары уңышлы эшләй. Урал аръяғы агро-сәнәғәт һәм Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалында ла “Белем көнө” үтте. Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында барлығы 440 студент белем ала, шуларҙың 175-ше беренсе курс студенттары. Эшсе һөнәрҙәр әҙерләгән уҡыу йортонда быйыл яңы «Автоматлаштырылған системаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү» бүлеге асылды.
Баймаҡ лицей -интернаты уҡыусыларын йәйге ялдан һуң тулыһынса яңырып ҡаршы алды. «Мәктәп системаларын модернизациялау» программаһына ярашлы бында комплекслы ремонт уҙҙы. Белем биреү учереждениеһы хәҙер полингваль статусында эшләйәсәк.



