Федераль статистика хеҙмәтенең төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 7 айҙа 1,5 триллион һумға продукция етештерелгән. Былтырғы осорға ҡарағанда, был күрһәткес 26 процентҡа күберәк. Сәнәғәтте етештереү индексы 105 процентҡа еткән. Эшкәртеү һәм энергетика тармаҡтарында етди үҫеш күҙәтелә.




