Республика парламенты яңы миҙгелгә эш планын иғлан итте. Закон проекттарының 12-еһе тәүге уҡыуҙы үткән. Уларға төҙәтмәләр әҙерләнә. Документтарҙың күбеһе беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Спиртлы эсемлектәр менән сауҙаны көйләүгә бәйле, республика халыҡтары телдәре тураһында, референдум тәртибенә ҡағылышлы документтар бар. Шулай уҡ көҙөн бюджет проекты буйынса эш алып барыла. Парламент рәйесе урынбаҫары Тамара Тансыҡҡужина әйтеүенсә, төп маҡсат булып республика иҡтисадына, махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, уңайлы хоҡуҡи база булдырыу тора.







