Республикала төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүгә 260 миллион һум инвестиция һалына

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы "Геркулес-Урал" компанияһын "Күмертау" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары исемлегенә индерҙе. Был турала Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Проект 2029 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. 30 эш урыны булдырыла. Йыл һайын 155 мең тонна гипс ҡатнашмаһы етештереү планлаштырыла.

Фото №1 - Республикала төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүгә 260 миллион һум инвестиция һалына
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ