5 йыл элек урындағы халыҡ Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында белем усағын яңыртыуҙы һорағайны. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса иҫке ағас биналар һүтелеп, уларҙың урынына күп функциялы социаль объект төҙөлдө. Хәҙер бер бинала мәктәптән тыш, балалар баҡсаһы һәм сәнғәт мәктәбе урынлашҡан. Район хаҡимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Энже Шафиҡова һөйләй.







