Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһындағы ҡаҙаныштар менән уртаҡлашты. Төбәк командаһы һуңғы йылдарҙа һәр кем лайыҡлы шарттарҙа квалификациялы белгес ярҙамына, аныҡ һәм тиҙ диагностикаға иҫәп тота алһын өсөн медицинаны кешеләргә яҡынайтыу бурысы өҫтөндә эшләй тип билдәләне ул. 2021 йылдан 2023 йылға тиклем Башҡортостанда 17 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Өс йыл эсендә, 66 һаулыҡ һаҡлау объектында капиталь ремонт үткәрелгән. Ә киләһе йыл тағы ла алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Былтырҙан баш ҡала поликлиникаларын яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла. Ремонтҡа 8 миллиард һум аҡса бүленде, тип яҙған Радий Хәбиров.



