Башҡортостан мотоуҡсылар полкының миномет батареяһы яугирҙары сәпкә ут асып дошман һөжүмен тотҡарлай

Йөрәк ҡушыуы буйынса. Башҡортостан мотоуҡсылар полкының миномет батареяһы яугирҙары сәпкә ут асып дошман һөжүмен тотҡарлай, беҙҙең штурм төркөмдәренең алға барыуына булышлыҡ итә. Уларҙың уңышлы эшен командование ла бер нисә тапҡыр билдәләп үткән. Мотоуҡсылар ҡаһарманлығы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Миномет расчеты дошманға ҡаршы көслө ут асып, үҙ позицияһын маскировкалап, блиндажда йәшеренә. Атыу алыҫлығы сикле булғанлыҡтан батарея башҡа подразделениеларға ҡарағанда хәрби бәрелеш һыҙығына яҡыныраҡ урынлаша. Әммә улар ниндәй генә ҡатмарлы хәлдә лә сәпкә тура тоҫҡап өҙлөкһөҙ атыш алып бара. Һөҙөмтәне политһыҙ осоу аппараттары операторҙары теркәй.

Оҫталыҡ һәм хәрби тәжрибә көн һайын арта. Беҙҙең подразделение, мәҫәлән, ике Леопардты бәреп төшөрҙө, уларҙың береһе хәрәкәттә ине. Был уникаль осраҡ. Беҙҙе артиллерия етәксеһе лә маҡтаны, расчетты округтың иң яҡшылар иҫәбенә тәҡдим итте. Егеттәр үҙ эшен уңышлы үтәй. Ротация ваҡытында ғына ял итеп алалар.

«Кама» ҡушаматлы яугир

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы миномет батареяһы коллективы сағыштырмаса йәш. Шуға ҡарамаҫтан, һәр кем иң ҡатмарлы бурыстарҙы үтәргә әҙер. Илде һаҡларға дуҫтары һәм таныштары үҙ теләге менән киткәс, өйҙә тороп ҡала алмағандар.

Минең олатайҙарым да, туғандарым да һуғышты. Шуға күрә мин дә шәхси инаныуым буйынса ватан һағына баҫтәм. Тәжрибәм юҡ ине, бөтә нәмәне хәрби күнекмәләр барышында өйрәндем. Миномет батареяһына барҙым, бында минең дуҫтарым хеҙмәт итә, беҙ дүртәүбеҙ.

«Кузей» ҡушаматлы яугир

Кемдеңдер иңдәрендә хәрби хеҙмәт юлы ярты йыл, кемдеңдер йыл ярым. Бында һәр кем үҙенең полкташын туғаны тип һанай. Улар һәр ваҡыт бер-береһен яҡларға әҙер тора.

Беҙҙә берҙәмлек ҙур, сөнки хәүеф бик күп. Башҡа подразделениеларға ҡарағанда ла күберәк хәүеф. Иң ауыры - дрондар осошо ваҡытында уңайлы мәлде тотоп алып һөжүм итергә өлгөрөргә.

«Рабан» ҡушаматлы яугир
Выборы 2026

Әммә быға ла күнегәһең, тип өҫтәй яугир һәм тылдағыларҙың хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренә күрһәткән ярҙам саралары өсөн рәхмәтен белдерә. Ирекмәндәргә, изге күңелле йомарт яҡташтарға һәм гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ҡатнашҡан предприятиеларға айырым сәләм еткереүебеҙҙе лә үтенде..

Беҙ тылдағыларҙың даими ярҙамын тоябыҙ. Республика етәксеһе белдереүенсә, беҙ рус, башҡорт, татар, сыуаш, мордва бергәләп хеҙмәт итәбеҙ, Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ..Беҙҙе Еңеү менән көтөгөҙ.

«Кама» ҡушаматлы яугир
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ