Башҡортостан юристары халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙә көнүҙәк мәсьәләр буйынса фекер алышты

. Сара Рәсәйҙең юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойоштороло. Республика биләмәһендә йәмәғәт ойошмаһынан тыш, башҡарма власть һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары, нотариустар, адвокаттар, дәүләт юридик бюроһы бушлай консультациялар уҙғарҙы. Түңәрәк өҫтәлдә уңышлы эш тәжрибәләре ҡаралды, шулай уҡ ярҙамға хоҡуғы булған граждандар категорияһын киңәйтеү мәсьәләһе, ҡануниәттәге үҙгәрештәр тикшерелде. Былтыр Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 8 меңдән ашыу кешегә бушлай юридик ярҙам күрһәткән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү - республика, тотош ил кимәлендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Социаль льготалар, түләүҙәр һәм башҡа һорауҙар буйынса консультациялар уҙғарыла. Төбәк етәкселеге ярҙамы менән «Ватан һаҡсылары» фонды ла уңышлы эшләй, һорауҙарҙы даими рәүештә, аҙна һайын бергәләп хәл итергә тырышабыҙ

Ирина Панькина, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ