Һуңғы 4 йылда Башҡортостанда 800-гә яҡын юл буйы сервисы объекты файҙаланыуға тапшырылған

Был проекттар дөйөм күләме яҡынса 7 миллиард һум тәшкил иткән инвестициялар ярҙамында тормошҡа ашырылған. Артабан был йүнәлеште үҫтереү мәсьәләләре Республика Хөкүмәтендә ҡаралды. Кәңәшмәлә министрлыҡ, ведомство етәкселәре һәм муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Быйыл юл буйы сервисында 250 объект төҙөлгән, 220-һе яңыртылған. Ҡайһы бер муниципалитеттар был эштә артта ҡала.

8 ай һөҙөмтәләре буйынса Илеш, Баймаҡ райондарында күрһәткестәр түбән. Өҫтәмә бурыс: Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрлығы менән «Башнефть» компанияһы тарафынан мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға булдырылған санитар нөктәләрҙе иҫәпкә алыу. Киләһе үҫеш йүнәлешендә беҙ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлыҡтар булдырырға тейешбеҙ.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры

Киләһе этапта юл буйы сервисы функционалын киңәйтеү күҙаллана. Был тәңгәлдә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына, шулай уҡ муниципалитеттарға тейешле йөкләмәләр бирелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ