Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн льготалар артты

Урта профессиональ белем алған студенттарҙың уҡыуға түләүгә компенсация алыуға хоҡуғы барлыҡҡа килде. Бынан тыш, 1 сентябрҙән күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр ҡала автобустарында бушлай йөрөй ала. Льгота республиканың бөтә ҡалаларында ла ғәмәлдә. Тулыраҡ артабан.

Ғәлиевтар ғаиләһендә 4 бала тәрбиәләнә. Илнур менән Айгөл яҡшы хәтерләй: тәүге бала тыуғас та, аҡса етеңкерәмәй. Йәштәр башта ата-әсәләре менән йәшәргә мәжбүр була. «Әсәлек капиталы»н алғандан һуң, йәш ғаилә аяҡҡа баҫа һәм нигеҙле була.

Күп балалы Ғәлиевтар дәүләттән төрлө ярҙам менән файҙалана. Транспорт һалымынан азат ителеү, мәҙәни учреждениеларға ташлама менән йөрөү, мәктәптә бушлай туҡланыу һәм башҡалар. Ошо көндәрҙә Ғәлиевтар кеүек ишле ғаиләләр өсөн өҫтәмә уңайлыҡ - ҡала транспортында бушлай йөрөү булдырылды. Бер бала өсөн 44 түләүһеҙ сәфәр ҡаралған.

Льготаны юллар өсөн, кәрәкле документтарҙы туплап, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Балаға 14 йәш тулмаған булһа, тыуыу тураһында таныҡлыҡ кәрәк була. 14 йәштән өлкән баланың паспорты, күп балалы ғаилә таныҡлығы һәм СНИЛС күсермәләрен тапшырыу талап ителә.

Руслан Зарипов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары

Бынан тыш, күп балалы ғаиләләрҙән колледж һәм техникум студенттары уҡыу өсөн түләүҙәрҙең бер өлөшөн ҡайтара ала. Өфөлә генә был мөмкинлек менән 200-ҙән ашыу ғаилә файҙаланған. Льготаны юллар өсөн, Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Уҡыу өсөн түләүҙең яртыһын ҡайтарырға мөмкин. Тик сумма бер уҡыу йылына 30 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. 2023-24 йылдағы уҡыу йылы өсөн компенсацияны алыр өсөн, үҙәккә йыл аҙағына тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Вера Молоканова, Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең Өфө ҡала филиалы директоры урынбаҫары

Мөмкинлек менән Ғәлиевтар ҙа файҙаланмаҡсы. Быйыл уларҙың өлкән ҡыҙы Элина Өфө фән һәм технологиялар университеты колледжына уҡырға ингән. Ҡайтарған аҡсаны улар өйҙәрен ремонтлауға йүнәлтергә ниәтләй.

Рәзилә Ғилметдинова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ