Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, шул иҫәптән һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан башлығын һайлауҙа тауыш биреүгә 5 махсус участка әҙерләнгән.
Теге йәки был сәбәп арҡаһында участкаға килә алмаған һайлаусылар иһә өйҙә лә тауыш бирә ала. Уның өсөн йәкшәмбе сәғәт икегә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Инвалидтарға һайлау участкаһында тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.



