Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған объектта пациенттарға сифатлы беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ойошторолған. Медицина учреждениеларын модернизациялау программаһы барышында 2025 йылға тиклем республикала 450-нән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү бурысы ҡуйылды һәм байтаҡ объекттар сафҡа индерелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын Көндәшле ауылы халҡы көтөп алды. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан биләмәлә башлыса өлкән йәштәгеләр йәшәй. Хәҙер улар уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ. Ауылда йәшәүселәр ФАП асылыу тантанаһынан ситтә ҡалманы. Улар учреждение йыһаздарын ҡарап, бында ойошторолған хеҙмәттәр исемлеге менән танышты.
Күсмә ЭКГ аппараты, ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн ҡоролмалар, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кресло һәм башҡа йыһаздар булдырылған бинала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡабул ителә. Йәшәү урыны буйынса медицина учреждениеһы төҙөлөүе сәләмәтлеккә иғтибарҙы тағы ла арттырыр тип күҙаллана.
Көндәшле ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында күрше ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә хеҙмәтләндереләсәк . 500 кешегә иҫәпләнгән ФАП-ты асыуҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тәбрикләне .
Бер аҙна элек Балтас районы Ҡомъяҙы ауылында ла яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде .Һәм был тәжрибә республиканың башҡа район-ҡалалары өсөн дә хас.. Һуңғы 5 йыл эсендә республика ауылдарында яңы 334 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө һәм был эш артабан дауам итә.
Флорида Ким



