Баймаҡ районының Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса яңыртыла. Күәмле ремонт 2022 йылдың майында башланған. Ошо маҡсатта бюджеттан 50 миллион һум аҡса бүленгән. Киләһе яҙма ошо хаҡта.
1896-1897 йылдарҙа төҙөлгән ике ҡатлы боронғо йорт үҙендә бик күп серҙәр һаҡлай. Ваҡытында ул Башҡортостандың Беренсе Хөкүмәтенең эш урыны ла булған. 1985 йылдан музей булараҡ үҙ ишектәрен аса. Таш һәм кирбестән төҙөлгән бинала быға тиклем ремонт эштәре үткәрелмәй, авария хәлендә тип табыла. Шуға күрә «Мәҙәниәт» федераль милли проектына ярашлы реставрация- реконструкция эштәре башланды.
Музейҙа 4 күргәҙмә залы эшләйәсәк. Хеҙмәткәрҙәр киләсәктә һәр ерҙә тарих бәйән ителергә тейеш, буш зона булмаясаҡ тип белдерә. Ишектәр, тәҙрәләр, стеналар, балкон, башнялар - тәүге тарихи хәленә килтерелгән. Бынан тыш йылытыу системаһы, һыу, электр селтәрҙәре яңыртылған. Музей янындағы биләмәлә терраса, тирмә ҡуйылған. Бина тирәләй төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
Тарихи ҡомартҡы булған бинала бар уңайлыҡтар булдырыла. Рәсми асылыу тантанаһы йыл аҙағында көтөлә. Реконструкцияланған Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы - ,, Темәс‐ Башҡортостандың беренсе беренсе баш ҡалаһы,, музейы тип үҙгәртеләсәк.



