Сибайҙа уҡыусылар пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эш итеү нигеҙҙәрен өйрәнә башланы

Сибайҙағы республика полилингваль күп профилле мәктәп-интернатында уҡыусылар пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эш итеү нигеҙҙәрен өйрәнә башланы. «Пилотһыҙ авиация системалары» мәғариф программаһы буйынса педагогик коллектив махсус уҡыу үткән, кабинетта ремонт уҙғарылып, тейешле ҡорамалдар - компьютер, 3д принтер, программа тәьминәте һатып алынған. Белем алыу техник ижад буйынса алып барыла. Уҡыусылар квадрокоптер йыйыу, ремонтлау һәм уның менән идара итеү буйынса һәләтен камиллаштыра. Дәрестәр моторика һәм логик фекерләүҙе үҫтереү йәһәтенән дә файҙалы.

Мәғариф программаһы буйынса 5-11-cе класс уҡыусылары пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эш итергә, һөнәр серҙәренә өйрәнә. Теоретик һәм практик дәрестәр үтә. Мәктәптә бәләкәй осоу майһаны йыһазландырылған, тиҙҙән өҫтәмә рәүештә күпкә ҙурырағын асыу ҡаралған.

Иҙел Әсмәндийәров «Сибай» 3-cө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты директоры вазифаһын башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ