“Республикала кадрҙар етмәй”. Республика Башлығы “Мир 24” телеканалына интервьюһында ошо турала белдерҙе. “Сәнәғәт предприятиеларында һәм эшкәртеүҙә эшселәргә айырыуса ҡытлыҡ һиҙелә. Хеҙмәт баҙары иҡтисад үҫеше тиҙлегенән ҡалыша”, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров “Евразия. Һүҙмә-һүҙ” программаһында шулай уҡ халыҡ-ара бәйләнештәр, республикала иҡтисад һәм туризм үҫеше, Өфө тураһында һөйләне. Интервьюның тулы вариантын “Мир 24” телеканалының рәсми сайтында ҡарарға була.







