Республикала ғүмер оҙонлоғо арта. Ул 73 йәштән артығыраҡ. “Һәр кешенең ғүмере өсөн көрәшәбеҙ. 2030 йылға тиклем уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы. Радий Хәбиров был турала “Мир 24” телеканалына биргән интервьюһында белдерҙе.
“Оҙаҡ һәм лайыҡлы йәшәргә кәрәк. Бының өсөн республикала “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы булдырылған. Уға ирекмәнлек, спорт, физкультура һәм башҡа йүнәлештәр индерелгән”, -тине Радий Хәбиров.







