Республика Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Генерал Рыленко һәм Пугачев урамдары, шулай уҡ транспорт айырсаһында эштәр аҙағына яҡынлаша. Октябрҙә һынау рәүешендә автомобиль хәрәкәте асыласаҡ. Пугачев урамында төҙөкләндереү тулыһынса 2025 йылда тамамланырға тейеш.







