Премьер-министр Михаил Мишустин Хөкүмәт ултырышында шулай тип белдерҙе. Юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары өсөн дәүләт ярҙамына бәйле 3 процентҡа кредит бирелә. 145 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ льготалы шарттар менән файҙалана аласаҡ. Студенттар уҡыу йылдары дауамында кредит буйынса проценттарын ғына ҡаплап бара. Ҡалған сумманы банкка 15 йыл дауамында ҡайтарырға рөхсәт ителә.







