Махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам, социаль проекттар, дәүләт программаларында ҡатнашыу. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ултырышында ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Эшҡыуарҙарҙың Йәмәғәт советы 2022 йылдан эшләп килә һәм төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән 3 тиҫтәнән ашыу ағзаны берләштерә. Бөгөнгө ултырышта ла бизнес вәкилдәрен борсоған мөһим һорауҙар күтәрелде. Ҡатнашыусылдар әйтеүенсә, Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса дәүләт программалары тормошҡа ашырыла, әммә субсидиялар, гранттар тураһында белеп етмәүселәр ҙә бар. Мәғлүмәтте еткереү, документтар тултырыу ҙа ярҙам күрһәтеү шарт. Ултырышта бизнес вәкилдәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына даими ярҙам күрһәтеүе лә айырым билдәләп үтелде. Эшҡыуарҙар был йүнәлештәге эшмәкәрлекте артабан да дауам итергә ниәтләй.



