Тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре, концерт. Баймаҡта үҙенсәлекле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Изгелек шаромарофоны» хәйриә акцияһы үтте.
«Изгелек Шаромарафоны» тәжрибә уртаҡлашыу һәм аралашыу майҙансығы ул. Ата-әсәләр һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сиклеләрҙе билдәләү буйынса яңы тәртип, түләүҙәрҙе рәсмиләштереү һәм башҡа мөһим яңылыҡтар тураһында мәғлүмәт алды.
Шаромарафонда төрлө ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Улар балалар, ата-әсәләр өсөн тренингтар, уйын, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.Сараға Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе лә ҡушылды. Улар үҙ сиратында мөмкинлектәре сикле балалрҙы уҡырға ҡабул итеү өсөн һайлау ойошторҙо.
Баймаҡта үткән хәйриә акцияһы ҡаланың үҙәк майҙанында күңел асыу-уйын программаһы ойошторолдо һәм концерт менән тамамланды. Форумдың һөҙөмтәһе- партнерҙар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөүгә ҡайтып ҡалды. Изгелек Шаромарафоны был көндә 9 мең 250 һум аҡса менән тулыланды. Инвалид балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған акция 5 сентябргә тиклем дауам итәсәк.






