Республика махсус хәрби операция биләмәһендәге подразделениеларын пилотһыҙ осоу аппараттары һәм камикадзеға ҡаршы тороусы дрондар менән тәьмин итәсәк. Былар барыһы ла Башҡортостанда етештереләсәк. Был турала Радий Хәбиров Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына сираттағы эш сәфәре барышында хәрбиҙәргә шәхсән хәбәр итте. Бындай пилотһыҙ осоу аппараттарының тәүге партиялары алғы һыҙыҡта үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән. Донбаста төбәк башлығы яугирҙарға Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ирекмәндәр, үҙ сиратында, Радий Хәбировҡа Башҡортостан музейҙарының береһендә урынлаштырыласаҡ нато-ның трофей техникаһын тапшырҙы. Ошо һәм башҡа фронт яңылыҡтары хаҡында киләһе яҙмала.
Һуғыш яланындағы уңыш пилотһыҙ осоу аппараттарының һауаға күтәрелеү бейеклегенә туранан-тура бәйле. Был алғы һыҙыҡтың ысынбарлығы. Күп кенә подразделениеларҙа пилотһыҙ осоу отрядтары осраҡлы ғына ойошторолмаған. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында бөтә типтағы дрондарҙы йыйыу һәм ремонтлау буйынса инженер класы булдырылған. Кәрәкле деталдәр һәм моделдәр 3Д-принтерҙа баҫтырыла. Әммә тиҙҙән уларға эш кәмейәсәк. Радий Хәбиров яугирҙарға республикала пилотһыҙ аппараттар етештереү яйға һалыныуы тураһында белдерҙе.
Хеҙмәт итеү осоронда күп кенә яугирҙарыбыҙ яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн төрлө наградаларға һәм миҙалдарға итәҡдим ителгән. Донбастағы яҡташтарыбыҙға лайыҡлы наградаларҙы Башҡортостан башлығы тапшырҙы. Өфөләге тантаналарҙан айырмалы рәүештә, бында фанфаралар һәм фотокамералар юҡ. Әммә ҡан ҡойоп яулап алынған миҙалдарҙың һәр береһе иң ҡәҙерлеләрҙән һанала.
Республика Башлығы артабан Донецк халыҡ республикаһына, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе ирекле батальонға юлланды. Әүҙем хәрби хәрәкәттәр барған урындарҙа юлдарҙы ремонтлау әле башланмаған. Шуға күрә лә 15 километр самаһы туҙанлы емерек юлды ҙур тиҙлектә үтергә кәрәк. Сөнки дрондар ҙа бында йыш осрай. Хәүеф-хәтәрһеҙ тейешле нөктәгә барып етеү менән Радий Хәбиров шайморатовсыларҙың көнкүреш шарттары менән танышты һәм трофей ҡоралын ҡараны. Ә был маскировка селтәре аҫтында яугирҙар үҙҙәренең бронемашиналарының береһен йәшереп ҡуйған, машинаға мангал тип аталған һаҡлыҡ сеткаһы иретеп йәбештерелгән. Өҫтәмә һаҡланыу ысулы күп кенә һалдаттарҙы үлемдән ҡотҡарған. Хәрбиҙәр улар менән килешелгән ерҙә йыйылып, республика Башлығы менән аралашты.
Республика тарафынан ярҙам етерлек һәм даими, яугирҙар батальон тураһында хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.Украина хәрби көстәре позицияларын штурмлауҙа айырылып торғандарға Радий Хәбиров республика һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантананан һуң ғына Шайморатовсылар Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеүгә күсте, әммә һауала Украина хәрби көстәренең пилотһыҙ аппараттары оса башланы.
Шайморатов батальоны яугирҙәре менән аралашыу шундай ҡатмарлы шарттарҙа барҙы. Зенит ҡоролмалары эшләй, улар яҡында осҡан дрондарҙы утҡа тота. Дошмандың разведка үткәреүсе дрондарының береһен «Гиря» ҡушаматлы яугир Калашников автоматынан ут асып бәреп төшөргән.Трофей аппаратын ул Башҡортостан Башлығына республика музейҙарының береһенә ташырыуын үтенде
Радий Хәбиров сәфәре иҫтәлеге итеп Шайморатов флагына ҡул ҡуйҙы. Әрмелә Владимир Путин менән бергә хеҙмәт иткән яугирҙарҙың береһе сәләмен ил етәксеһенә еткереүен үтенде.
Ә был кадрҙарҙа Рәсәй геройы Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙары. Улар тәүгеләрҙән булып Константиновкаға Угледар флангыһында инеп, көслө штурм менән неонацистарҙы сигенергә мәжбүр иткән. Рәсәй армияһының башҡа подразделениелары ярҙамында тиҙҙән тораҡ пункт тулыһынса бандеровсыларҙан таҙартыла. Оборона министры Андрей Белоусов һалдаттарҙың батырлығын айырым билдәләп, дәүләт наградаларына тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы яугирҙарҙы республика миҙалдары һәм ордендары менән бүләкләне .
Донбассҡа Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальонда ла булды. Башҡа подразделениелар кеүек үк, улар ҙа Башҡортостанда етештерелгән пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин ителәсәк.
Һәр яугир һәм командирҙар үтенесе яҙып алына, контролдә тотола. Автомобилдәрҙән һәм поилотһыҙ осоу аппараттарынан тыш, республика гуманитар ярҙам менән дошман дрондарына ҡамасаулау өсөн радиоэлектрон көрәш сараларын да ебәреүҙе арттырасаҡ.
Гүзәл Борханова



