Мотоуҡсылар һәм танк подразделениеларына инергә теләүселәр бик күп. Офицерҙар хәрби хеҙмәткә алынғандарҙың хәрби-иҫәп һөнәренә иғтибар итергә тырыша. Әгәр мөрәжәғәт итеүсе быға тиклем пулеметсы булып хеҙмәт иткән икән, ул шул уҡ вазифаға ҡуйыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге профилле медицина белеме булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мөрәжәғәт итә ала. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәренә федераль түләүҙәр менән бергә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса түләнә.
Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты номеры 248-29-31. Өфөнөң коды 347.






