Лайыҡлы награда хәрбигә һуңлап тапшырылды, сөнки ул алғы һыҙыҡта яраланып Луганск ҡалаһы госпиталендә булып ҡала. Рәжәп Арыҫланов Өфөлә йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгендә эшләгән һәм үҙ теләге менән ктнтракт килешеүе буйынса махсус хәрби операцияһына ююланған. «Аталыҡ даны» конкурсы төбәктә бишенсе йыл ойошторолдо. Проекттың маҡсаты сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеүгә иғтибар бүлгән, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән атайҙарҙың ҡаҙаныштарын билдәләү, уларҙы яңы маҡсаттарға дәртләндереү.






