«Салауат Юлаев» хоккейсылары өсөн Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле башланды

Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары өсөн Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле башланды. Юлаевсылар үҙ боҙонда Ҡазандың «Аҡ Барс» клубын ҡабул итте.

Һәр ваҡыттағыса йәшел дерби үҙенең көсөргәнешлеге менән айырылып торҙо. Иҫәпте уйын башында уҡ Глеб Кузьмин асты. Артабан Нэйтан Тодд икенсе шайбаны индерҙе. Өсөнсө осорҙа ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләһә лә Ярослав Цулыгин йәнә Башҡортостан командаһын алға сығарҙы. Осрашыу аҙағына тиклем яҡташтарыбыҙҙың тағы ла ике уңышына күршеләр бер гол мпенән генә яуап ҡайтара алды. Шулай итеп уйын «Салауат Юлаев» клубы файҙаһына 5-3 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе осрашыуын юлаевсылар 8 сентябрҙә Силәбенең «Трактор»ы менән үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ