Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған фестиваль тәүге көнөндә үк 60 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы. Бөгөн дә «Торатау» конгресс-холы амфитеарында Башҡортостан һәм Рәсәй эстрадаһының сағыу йондоҙҙары сығышы яһаны. Улар күңел асып ҡына ҡалманы, ҡайһы бер артистар гонорарҙарын махсус хәрби операция яугирҙарына һәм Курск өлкәһе халҡына күсерергә ҡарар итте. Фестиваль майҙансығында БЮТ ижади төркөмө эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Асыҡ һауала ойошторолған «Евразия йөрәге» баш ҡала үҙәгендә һигеҙенсе тапҡыр тибә. Быйыл ул Өфөнөң юбилейын байрам итеүҙең төп сараларының береһе булып торҙо һәм ике көн дауам итте.
Концерт программаһын Зәйнетдин этно проекты асты. Сағыу программанан тыш мультиинстументалист үҙенсәлекле образы менән хайран ҡалдырҙы. «Евразия йөрәге» - республика халҡының һәм артистарҙың иң яратҡан фестивалдәренең береһе. Халыҡ үткән йылдарҙағы концерттарҙы ла һоҡланып иҫкә ала. Быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар илһөйәрлек йүнәлешендә ойошторолдо. Был идеяны йырсылар ҙа хуплай. Быға тиклем Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей гонорарын яугирҙарға тапшырасағы тураһында хәбәр иткәйне. Бөгөн «Евразия Йөрәге»ндә изгелек эстафетаһын ҡабул итеүселәр ҙә булды. Бер нисә артист үҙенең сығышы менән махсус хәрби операция һәм Курск өлкәһе халҡына иғәнә итеп ебәрәсәк.
«Евразия йөрәге» Өфө амфитеатрында йыл һайын сағыу йондоҙҙарҙы йыя. Ете йыл эсендә фестивалгә миллиондан ашыу кеше тамаша ҡылған . Зәңгәр экрандарҙан иһә 3 миллион кеше ҡараған.
Тамашала Алсу, Хамали һәм Наваи, Рена РНТ менән Родди Диллон сығыш яһаны. Сараны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басковтың йырҙары биҙәне.
Берәүҙәр үлән өҫтөндә урын алһа , икенселәр бейей. Ғөмүмән, тамашасылар «Торатау» конгресс-холы амфитеатрына парҙары, ғаиләләре, хатта өй хайуандары менән дә килгән. Концерт 100 процентҡа түгел, ә тотош 450-гә үтте.
Әлфинә Килдейәрова






