Башҡортостан баҫыуҙарында урып-һуғыу эштәре дауам итә

Төбәктә 250 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алынған - был күрһәткестәр пландың 15 процентын тәшкил итә. Саҡмағош аграрийҙары гектарынан уртаса 40 центнер уңыш йыйып алған. Яҡынса фараздар буйынса, Башҡортостанда көндәр ҡоро һәм ҡояшлы булыр тип күҙаллана. Был ауыл хужалығы эшсәндәренә урып-һуғыу темптарын тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Саҡмағош районы хужалығында аграрийҙар ураҡҡа ваҡытында төшкән. Шуға ла оҙайлы ямғырҙарға тиклем эшселәр игендең бер өлөшөн йыйып өлгөрә. Аҙаҡ был эштең тиҙлеге туҡтап ҡала, аграрийҙар яуым-төшөм араһында ла урып-һуғыу эштәрен башҡара.

«Базы» ауыл хужалығы эшсәндәре игендең 36 процентын йыйып алған. Аграрийҙар әйтеүенсә, быйыл баҫыуҙа эшләү еңелдән түгел. Тупраҡ үтә дымлы.

Республикала 250 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйылған. 700 мең тоннаға яҡын иген урылған. Әле хужалыҡтар ужым культураларын сәсеүгә лә төштө. Тиҙҙән шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу башлана.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ