Ул 6 октябргә тиклем дауам итә. Айлыҡ барышында аҙна һайын һәр йома тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса эш ойошторола. Дөйөм ҡала өмәләре 14 һәм 28 сентябргә планлаштырылған. 28-ендә шулай уҡ "Йәшел Башҡортостан" акцияһының көҙгө этабы ойошторола. Өмәләр ваҡытында эпидемиологик хәлде лә иҫәпкә алырға кәрәк. Битлек һәм бирсәктә, дезинфекция саралары булырға тейеш, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.







