1 миллион 200 мең доза менән препараттар алынды Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 2 миллион 400 мең кешегә вакцина эшләү планлаштырыла. Был - халыҡтың 60 проценты. Мәғариф, транспорт, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә эшләүселәр, уҡыусылар, студенттар, 60 йәштән өлкәндәр өсөн бушлай прививка ҡаралған.




