Башҡортостан райондарында республика башлығын һайлауҙың беренсе көнө әүҙем үтте

Иртәнге сәғәт 8-ҙән асылған һайлау участкаларында айырыуса ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтте. Рәсәй геройы, данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән һайлау участкаһында граждандар иң беренселәр рәтендә тауыш бирҙе. Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылы һайлау участкаһы көндәлеген урындағы фольклор коллективы йырҙар менән йәнләндереп ебәрҙе. Ғафури районында тотош ғаиләләре менән тауыш биреүселәр конкурстарҙа ҡатнашып бүләктәр отто. Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Ғафури райондарындағы һайлау барышы Флорида Ким яҙмаһында .

Ҡыҙыл Еҙем ауылындағы 885-се һайлау участкаһы көн дауамында байрам кәйефендә гөрләп торҙо. «Русские узоры» фольклор коллективы инәйҙәре гражданлыҡ бурысын үтеп , күңелле йырҙар йырлап алды. Ауылда йәшәүсе Могучевтар 50 йыл бергә татыу ғүмер итеп алтын туйын билдәләне. Ғаилә байрамын улар һайлауҙа тауыш биреүҙән башланы. Барлығы Ҡыҙыл Еҙем һайлау участкаһында тауыш биреүселәр 500 кешегә яҡын .

Легендар командир , Рәсәй геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән һайлау участкаһында тауыш биреүселәр һәр ваҡыттағыса әүҙем. Иртәнге һигеҙҙән үк ауыл халҡы гражданданлыҡ бурысын үтәп , республика киләсәге өсөн тауыш бирҙе . 90 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнгән Әфғәт Ниғмәтуллин һайлауҙарҙа 1952-се йылдан алып ҡатнаша .

Республикала һайлау өс көн дауам итәсәк, шуға ла урындағы халыҡ уңайлы ваҡытта тауыш бирә ала.

Ғафури районы Красноусол ауылындағы һайлау участкаһында тотош ғаиләләре менән тауыш биреүселәр күп булды. Әүҙем ғаиләләр өсөн конкурстар ойошторолдо, улар араһында иҫтәлекле бүләктәр уйнатылды. Бассейнға абонемент, баҡса эштәре өсөн триммер һәм башҡа приздар таратылды.

Ғафури районында 43 һайлау участка ишектәре асыҡ. Урындағы халыҡ башҡа район-ҡалаларҙағы кеүек үк киске һигеҙгә тиклем тауыш бирә ала. Һайлау комиссияһының тәжрибәле ағзалары күҙаллауынса тауыш биреүселәр йәкшәмбе күп буласаҡ.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ