Өфөнән Мавриндар ғаиләһе «Рәхмәт-2024» акцияһы приздарын уйнатыуҙың беренсе этабында еңеүсе булды. Улар бүләккә телевизор алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. QR-»Рәхмәт-2024» проекты партнерҙарынан ташламаға хоҡуҡ биргән билеттар һәм беләҙектәр һайлау участкаларында ирекмәндәр тарафынан тапшырыла.
Әлеге сәғәткә республикала тәүге 30 еңеүсе билдәләнгән. Еңеүселәр республиканың төрлө төбәктәренән. Уйын һөҙөмтәләре акцияның сайтында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә баҫылған. Акция киләһе ике көндә лә дауам итә. Иртәгә еңеүселәр көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм киске 8-ҙә асыҡлана. Йәкшәмбе, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» үткәрелә, унда 130-ға яҡын төрлө бүләк уйнатыла. 13 сентябрҙә бөтә теркәлгән билеттар ҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үтәсәк «Ҙур рәхмәт» суперприздар уйнатыуҙа ҡатнаша.






