Башҡортостанда 3 мең 302 участка эшләй. Улар иртәнге 8-ҙә асылды, киске 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Өфөнөң Нуғай ауылынан хәбәрсебеҙ Динара Сафина әҙерләгән яҙма.
Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса тәүге көндә тауыш бирергә хоҡуғы булғандарҙың 30 процентҡа яҡыны участкаларға килгән. Һайлауҡануниәтен боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Һайлау көндәрендә "ҡыҙыу линия" эшләй. 8-800-347-54-54 һандарына шылтыратырға мөмкин.







