Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Өфө районының Зубов ауылында тауыш бирҙе. Уның әйтеүенсә, һайлауҙа ҡатнашыу кешеләрҙең гражданлыҡ һәм изге бурысы. - Һайлау мөмкинлеге кешегә Хоҙай тарафынан бирелгән, Рәсәй конституцияһында яҙылған, тине ул.
Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон фекеренсә, был көндәрҙә һайлау участкаһына килеп, республика етәксеһе өсөн тауыш бирергә кәрәк.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин һәм Республиканың баш раввины Дан Кричевский шулай уҡ Республика Башлығы өсөн тауыштарын бирҙе.







